Бөгөнгө ял спорт ярыштарына бай булды. Шуларҙың иң көтөп алынғандарының береһе – “Салауат Юлаев” менән “Металлург”тың сираттағы осрашыуы.“Кемдер еңә, кемдер еңелә – спортта барыһы ла көтөлмәгәнсә, беҙ уны шуның өсөн яратабыҙ ҙа. Үкенес, барлыҡ матчтарҙы ла ҡарай алмайым. Иң мөһиме – беҙҙең йәш спортсылар “йондоҙ”ҙарҙы балҡыған күҙҙәр менән күҙәтә, мин быны бөгөн көнө буйы күрәм... Алға, Башҡортостан!” – тип яҙҙы социаль селтәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Өфө боҙонда бөгөн дә көсөргәнешле булды. “Салауат Юлаев” өсөнсө осорҙа иҫәпте тигеҙләгәс (1:1), овертайм башланды. Әммә уңыш беҙгә йылмайманы: "Металлург" еңде. Һөҙөмтәлә серияла дөйөм иҫәп - 2:2.
Киләһе матч иртәнән һуң Магнитогорскиҙа була.