Рәсәй Премьер-лигаһы чемпионатының яҙғы өлөшөн “Өфө”, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңелеүҙән башланы.Уйындың һуңғы секундтарында Мәскәүҙең “Динамо”һы беҙҙекеләрҙән уңышты “тартып алды”. Иҫәп – 2:1.
Көйәрмәндәр бик күп булды. Уйынды Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡараны. Ул ҡатыны Каринэ Александровна һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән килгәйне.