Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа милли уйындар әүҙем тергеҙелә. Ватандаштарыбыҙҙың Ҡырғыҙстанда уҙған Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында даими ҡатнашыуы ла быға булышлыҡ иткәндер. Элек һабантуйҙарҙа ғына тамаша ҡылған ат сабышы, арҡан тартыш, көрәшкә хәҙер уҡ атыу, суҡмар ырғытыу, таш ярыу, “Ылаҡ” һыбайлылар ярышы ла өҫтәлеп, төбәктәрҙә был спорт төрҙәре менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнергә тотондолар.Шуныһы ҡыуаныслы: милли уйындар ир-атты ғына түгел, ҡатын-ҡыҙҙы ла, бала-сағаны ла үҙенә ныҡлы ылыҡтыра бара. Үҫмер малайҙар боронғо күнекмәләрҙе иҫкә төшөрөп, ҡулына уҡ-ян ала, һыбай менә. Хәрәкәтсән уйындарҙың баланы сыныҡтырыуын, уны физик һәм рухи яҡтан тәрбиәләүен телгә алаһы ла түгел.
Ата-бабаларыбыҙ йолаһын дауам итеп һәм 2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә Әбйәлил районында ошо дүшәмбелә “Ҡырҡты батыры” милли ярышы ойошторолдо. Асҡар ауылындағы “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында мәктәп уҡыусылары йыйылды.
Һәр бер белем усағы 16 ҡатнашыусынан торған команда килтергәйне. Үҫмерҙәр “Өйрәк һәм төлкө”, “Дүрт мөйөшләп арҡан тартыш”, “Ҡара тәкә”, “Мәргән уҡсы”, “Ҡороҡсо”, “Кем көслө?” тигән ярыштарҙа көс һынашты. Мәрәйҙәр команда беренселегендә лә, шәхси беренселектә лә иҫәпләнеп барҙы.
Һөҙөмтәлә еңеүҙе район үҙәгендәге Таһир Күсимов исемендәге гимназия вәкилдәре яуланы. Ә “Ҡырҡты батыры” исеменә Асҡарҙағы 1-се мәктәп уҡыусыһы Ғәҙел Дәминов лайыҡ булды.
– Дүрт ярышта беренсе урынға сыҡтым, шуға күрә иң күп мәрәйҙе йыйҙым. V “А” класында уҡыйым, күп балалы ғаиләнәнмен. Гел малайҙар, мин уртансыһымын. Әсәйем беҙҙе яңғыҙ үҫтерһә лә, яҡшы тәрбиә бирә, дуҫ-татыу йәшәргә өйрәтә. Бының өсөн рәхмәтем сикһеҙ. Ул да минең менән ғорурлана, – тине өлкәндәрсә итеп Ғәҙел.
Афарин, “Ҡырҡты батыры”ның тәне генә түгел, рухы ла көслө!