Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе итеп Артур Иҙелбаев тәғәйенләнде. Был хаҡта документҡа бөгөн ҡул ҡуйылды.Артур Мирас улы Иҙелбаев – йәмәғәтсе, эшҡыуар, блогер. Ул Башҡортостан буйлап туристик маршруттар булдырыу һәм ойоштороу менән әүҙем шөғөлләнә. “Ысын Башҡортостан” этнографик туры, “Пржевальский эҙҙәре буйлап” экспедицияһы федераль конкурстарҙа өс гран-при һәм башҡа наградаларға лайыҡ булды.
Туризмды үҫтереү үҙәге Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ҡарамағында булдырылған.
“Был структура яңы түгел, теркәлгән. Уның эшен тергеҙергә, көсәйтергә, киңәйтергә, алдан планлаштырылған параметрҙарға еткерергә ҡарар ителде”, – ти Артур Иҙелбаев.