2 һәм 3 мартта Ишембай ҡалаһының Спорт һарайында грек-рим көрәше буйынса республика кимәлендә өс ярыш көтөлә.Улар – 18 һәм 24 йәшкә тиклемге йәштәр араһында Башҡортостан беренселектәре, СССР-ҙың спорт мастеры Александр Григорьев призына 1995 йылғылар һәм унан өлкәндәр араһында асыҡ республика турниры.
Ишембайға төбәгебеҙҙең төрлө ҡалаларынан 300-ҙән ашыу спортсы киләсәк. Улар араһында Рәсәй беренселеге призерҙары Фәнис Вәлитов һәм Аслан Толов, Рәсәй беренселеге еңеүсеһе, Европа беренселеге призеры Фәдис Вәлитов, Рәсәй беренселеге еңеүсеһе Нохчо Лабазанов бар.
Еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар, миҙалдар аласаҡ, йәш категориялары буйынса Волга буйы федераль округы беренселегендә ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.