Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккей командаһы уйынсылары менән осрашты. Сараны КХЛ-дың 11-се миҙгеле плей-офф матчы башланыуға бағышланылар.“Мин команда менән беренсе тапҡыр аралашам һәм хоккейҙан бер аҙ алыҫмын, – тине төбәк етәксеһе. – Әммә беләм: республика өсөн хоккей һәм “Салауат Юлаев” – элита, беренсе урында торған спорт. Беҙ, Башҡортостан халҡы, барыбыҙ ҙа ошо исем менән йәшәйбеҙ, ғорурланабыҙ”.
Республика етәксеһе сираттағы мәртәбә раҫланы: төбәк Хөкүмәте профессиональ хоккейға ярҙам итәсәк, бының өсөн ресурстар бар.
Радий Хәбиров, тәржемәсе хеҙмәтен файҙаланмайынса, команданың легионерҙары менән һөйләште, ҡапҡасы Юха Метсоланы тыуған көнө уңайынан ҡотлап, бүләк тапшырҙы, “Салауат Юлаев”ҡа уңышлы уйын, еңеү теләне.
Команда иртәгә Магнитогорск ҡалаһында “Металлург” менән уйнай. Серия Өфөлә 1 – 3 мартта дауам итәсәк.