Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Әбйәлил районының Хәлил ауылында тәүге тапҡыр Ҡышҡы бәйге үткәрелде. Ат сабыштарында, “Ылаҡ” уйынында шулай уҡ күрше Баймаҡ, Белорет, Учалы райондарынан, Сибай ҡалаһынан да килеп ҡатнаштылар. Бәйге майҙанына 80-дән ашыу ат сыҡты.Программаға ярашлы, ике йәшкә тиклемге таҙа тоҡомло һәм ҡатнаш ҡанлы аттар – 1,6, ике йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомлолар – ике, эш аттары һигеҙ саҡрымға уҙышты. Шулай уҡ сана егеп тә ярыштылар.
Төрки халыҡтарының оҫоллоҡ, саялыҡ талап иткән милли “Ылаҡ” уйыны Хәлилдә тәүге тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, ғәжәп мауыҡтырғыс, күңелле уҙҙы. Шунлыҡтан ул бик күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы, ҡыҙыҡтырҙы. “Ылаҡ”та Әбйәлил һәм Баймаҡ командалары көс һынашып, көсөргәнешле алышта дуҫлыҡ еңде.
– Сарала ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт! – тине Хәлил ауыл биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин. – Бағыусыларға, ауылыбыҙҙың дәртле, берҙәм, ҡунаҡсыл халҡына айырым ҙур рәхмәт еткерәм. Дөйөм тырышлыҡ арҡаһында байрам юғары кимәлдә үтте.