Сибай "Адреналин"ы – беренсе!23.02.2019
Көс, таһыллыҡ, дәрт, сәм тантана иткән ерҙә һәр кем еңеүсе булырға ынтыла. Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы командаһы ла ярышта тап шундай маҡсат ҡуйҙы һәм мораҙына өлгәште: Баймаҡ районында үткән Урал аръяғы райондарының һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығындағы “Зарница” уйынында беренселекте яуланы!

Дауахананың профсоюз комитеты рәйесе Басир Шәрипов белдереүенсә, сара уларға бик оҡшаған.

“Уны ойоштороусыларға – Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселегенә – коллектив ҙур рәхмәтле, – ти ул. – Сара юғары кимәлдә үтте, ярыш төрҙәре бар яҡлап уйлап һайланылған. Йәш саҡтарҙы, бигерәк тә хәрби хеҙмәттә булған осорҙо иҫкә төшөрҙөк, күңелдәге хәтер ебен тағаттыҡ. Ярыш ҡына түгел, үҙ-ара аралашыу майҙаны ла булды ул”.

Сибай табиптары ярышҡа 11 кешенән торған “Адреналин” командаһы менән барған. Беренселекте яулауыбыҙ, әлбиттә, дәрт-дарманды арттырҙы, маҡсаттар ҡороп, яңы үрҙәрҙе яулау ынтылышы менән ҡайттыҡ, ти табиптар.

Әйткәндәй, данлы Темәс ауылында үткән “Зарница” Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сараларға ярашлы ойошторолдо.


Вернуться назад