Еңелеүселәр булманы22.02.2019
Белореттың “Металург” стадионында Советтар Союзы Геройы Александр Георгиевич Серебренников иҫтәлегенә саңғы ярыштары үтте.

47-се тапҡыр ойошторолған традицион сара “Рәсәй саңғы юлы” Бөтә Рәсәй саңғы ярыштары сиктәрендә уҙҙы. Спорт байрамында саңғы спортын үҙ иткән 6 йәштән алып 80 йәшкә тиклемге 400-ләп спортсы төрлө йәш категориялары буйынса көс һынашты. Өлкәндәрҙе, йәш быуынды спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү маҡсатында уҙғарылған сарала мәктәп уҡыусылары, махсус һөнәри белем биреү һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, производство коллективтары, хаҡлы ялдағылар 1, 2, 3 һәм 5 саҡрымға уҙышты.

Еңеүселәргә грамота, миҙалдар тапшырылды. Әммә, еңелеүселәр булманы, һәр кем яҡшы кәйеф, күтәренке рух алып ҡайтты.





Вернуться назад