Көткәндәр көтөп алды21.02.2019
Баймаҡта инвалидтар йәмғиәтенең үҙ спорт залы асылды. Тантаналы сарала “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Венера Хәкимова, хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев һәм башҡалар ҡатнашты.

Инвалидтар йәмғиәте рәйесе Луиза Иванова билдәләүенсә, тантаналы саранан һуң барыһы ла тренажерҙы ҡулланып ҡараған, өҫтәл спорты уйындарында көс һынашҡан. Иҫтәлеккә фотоға ла төшкәндәр. Артабан проект командаһы “Өмөт бар!” исемле физкультура-спорт клубының киләсәк эшмәкәрлеге тураһында һөйләшкән.




Вернуться назад