Азия балалары араһында юғалып ҡалманылар20.02.2019
“Азия балалары” халыҡ-ара уйындарында Башҡортостан йыйылма командаһы айырым сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә беҙҙең республика үҫмерҙәре Көньяҡ-Сахалинск ҡалаһынан ике миҙал – көмөш һәм бронза алып ҡайтты.

Ике награданы ла сноуборд спортында сығыш яһаған Всеволод Мартынов яуланы. Көмөш миҙалды ул параллель слалом төрөндә – шәхси беренселектә, ә бронзаны Эльвина Фазылова менән берлектә алды.

Дөйөм беренселектә Башҡортостан командаһы 11-се урынға сыҡты. Беренселекте Урал федераль округы спортсылары яуланы, икенсе урында – мәскәүҙәр, өсөнсөлә – Сахалин вәкилдәре.



Вернуться назад