Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Сибай ҡалаһында өҫтәл теннисы буйынса ҡала беренселеге үтте. Ярыш Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында ойошторолдо.
Белем усағында бер нисә йыл рәттән өҫтәл теннисы буйынса секция эшләй, бар талаптарға яуап биргән махсус зал йыһазландырылған. Артем Лежнев етәкләгән секцияла олоһо ла, кесеһе лә берҙәй шөғөлләнә.
“Өҫтәл теннисы уйынсынан етеҙлек, сослоҡ талап итә, аҡыл менән эш итеү ҙә мөһим. Шөғөлләнеүселәр күп, йәштәре буйынса өс төркөмгә бүленгәндәр”, – ти тренер.
Ҡала беренселегендә барлығы 25 спортсы ҡатнашты. Улар өс төркөмдә үҙ-ара көс һынашты. 40 йәшкә тиклемге ярышыусылар араһында Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 10-сы класс уҡыусыһы Илсур Ғүмәров, 41-60 йәшлектәрҙән Олег Лежнев, ә 60 һәм унан юғарыраҡ йәштәгеләр араһында Энвер Томаков беренсе урынды яуланы.