Әлшәй районынан Әбйәлилдең “Аҡбуҙат” хоккей командаһы бронза миҙал менән ҡайтты. Улар Башҡортостандың XXVII ауыл спорт уйындары финалында ҡатнашты. Ярышта республиканан 42 команда ҡатнаша. Уларҙың тик һигеҙе генә финалға үтә: Әбйәлил, Әлшәй, Балтас, Бишбүләк, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош һәм Шишмә райондары хоккейсылары.
“Аҡбуҙат”ҡа Әлмөхәмәт, Атауҙы, Асҡар ауылдарының иң шәп спортсылары тупланған. Капитандары – Айҙар Ғәлләмов. Бала саҡтан ошонда шөғөлләнгән Әлмөхәмәт егеттәре Артур, Айнур һәм Рәфил Усмановтар бөгөн – команданың ныҡлы терәге. Әйткәндәй, Рәфил әлеге ярышта “Иң яҡшы һөжүм итеүсе” номинацияһында еңеү яулаған.