Мәктәп уҡыусыларының республика спартакиадаһы дауам итә. Ә бына мини-футбол буйынса бәйгегә йомғаҡ яһалды. Асҡын районының ҡыҙҙар йыйылма командаһы республика буйынса I урынды алды. Хәйер, төбәктең Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнеүселәр быға хәтлем дә күп уңыштарға өлгәшкәйне. Илебеҙ кимәлендәге сараларҙа ла йыш ҡатнашалар. Спорт мәктәбе директоры Ринат Закировтың һүҙҙәренә ҡарағанда, еңеү еңел килмәй, даими күнекмәләр үткәреү генә ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Еңеүсе булараҡ, уларға яҙғыһын Краснодар крайында уҙасаҡ мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй спартакиадаһында Башҡортостан исеменән ҡатнашыу хоҡуғы бирелгән.
– Һәр бала спорт менән шөғөлләнһен өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ, “Спорт менән дуҫлыҡ – сәләмәтлеккә бер аҙым!” тигән девиз менән йәшәйбеҙ, – тип һөйләй Асҡын районы хакимиәте башлығы Фларит Усманов.