Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова килде. Белеүебеҙсә, Рима Аҡберҙин ҡыҙы “Милләт йәштәре” төбәк йәмәғәт фондына ла етәкселек итә.Сибайҙағы эш сәфәре барышында депутат ҡалалағы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙең реабилитация үҙәгендә булды. Ҡасандыр балалар баҡсаһы булған бинала бар заман талаптарына яуап бирерлек үҙәк асылған.
– Мин һеҙгә Мәскәүҙән сәләмәтлегегеҙҙе нығытыу өсөн махсус спорт инвентарҙары алып килдем. Шат йөҙҙәрҙе күреп сикһеҙ һөйөндөм. Киләсәктә лә һәр саҡ әлегеләй йылмайып йәшәгеҙ, кәйефегеҙ көр булһын. Артабан да ярҙамдан айырмаясаҡбыҙ, – тине билдәле спортсы.
Бүләк ителгән спорт инвентарҙары араһында теннис өҫтәле, ике велотренажер, саңғылар, туптар һ.б. бар.
Шулай уҡ Белорет һәм Учалы ҡалаларындағы ошондай уҡ үҙәктәргә спорт инвентарҙары алыу өсөн сертификаттар тапшырылды.