“Рәсәйҙең саңғы юлы” ярыштары Сибайҙы ла урап үтмәне. Ҡаланың Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы бөгөн төрлө йәштәге спортсыларҙы осраштырҙы.Шуныһы ҡыуаныслы: сибайҙарҙың ярышын ҡарарға Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, 13 тапҡыр Паралимпия, 43 тапҡыр Европа һәм 18 тапҡыр донъя чемпионы булып танылған Рима Баталова ла килеп, сараға оло мәртәбә өҫтәне. Ул “Рәсәйҙең саңғы юлы” ярышын тап сибайҙар менән үткәреүенә бик шат булыуын белдерҙе. “Спорт беҙҙе берләштерә, күңелде күтәрә. Алға, тик алға!” – тине депутат.
Ҡала халҡы менән аралашҡанда Рима Баталова бигерәк тә еңел атлетиканы үҙ итеүен йәшермәне. “Бар саҡрымдарҙы ла яуланым, әммә 800, 1500 метр саҡрымдағы дистанция – иң яратҡаным”, – тине.
Үҙенең һәр саҡ яҡшы формала һәм мөләйем булып ҡалыуында ла спорттың өлөшө баһалап бөткөһөҙ икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тине ул.
– Һәр кемдең спортта үҙ кумиры була, минеке – немец атлеты Марита Кох, уның йүгереү техникаһы оҡшай, – тип үҙ фекерҙәре менән бүлеште депутат.
Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.“Рәсәйҙең саңғы юлы-2019” ярышында ҡаланың мәктәп уҡыусылары, уҡыу йорттары студенттары, ойошма, предприятие эшселәре, ветерандарҙан тыш, Урал аръяғы райондарынан килгән саңғысылар ҙа ҡатнашты. Бөтәһе 2 мең 543 кеше финиш һыҙығына баҫты. Иң оло саңғысы – 82 йәшлек Әхмәт Юнысов. Тәүге тапҡыр 1952 йылда Баймаҡта үткән саңғы ярышында ҡатнашып, бөгөнгә тиклем бер ниндәй ярышты ла ҡалдырмай.
“Рәсәйҙең саңғы юлы-2019” ярышында ҡаланың төрлө йәштәге 28 спортсыһы ГТО нормативын уңышлы тапшырҙы.