Архангел районындағы Аҫҡын боҙ мәмерйәһе Рус география йәмғиәтенә 49 йылға ҡуртымға бирелгәс, икенсе һулышын алды кеүек.Күптән түгел уның эске өлөшө һәм биләмәһе төҙөкләндерелде. Йәмғиәттең төбәк бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин әйтеүенсә, мәмерйәгә инеү оҙаҡ йылдар контролдә тотолмағас, тәбиғәттең уникаль ҡомартҡыһы емерелеү хәленә еткән, бөтөнләй ҡарауһыҙға әйләнгән булған.
Комплексты төҙөкләндереү өсөн республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы гранты алынған, шулай уҡ “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең попечителлек взносы йәлеп ителгән. Бында бер нисә бүлмәле (дөйөм алғанда, 20 кешегә иҫәпләнгән) ҡунаҡ йорто, тау йылғалары аша өс күпер төҙөлгән, беседкалар, мәмерйәгә ингән урынға баҫҡыс ҡуйылған, эстән яҡтыртылған, интернетҡа инеү мөмкинлеге тыуҙырылған, автотуҡталҡа йыһазландырылған һ.б.
Төҙөкләндереүҙә йәмғиәт ағзалары, ирекмәндәр, тәбиғәтте һаҡлаусылар, туристар, был эшкә битараф булмаған граждандар ихлас ҡатнашҡан. Эш артабан да дауам итәсәк, ти ойоштороусылар һәм спонсорҙар.
Архангел районы хакимиәте башлығы Александр Комзалов әйтеүенсә, мәмерйә райондың брендына әйләнгән дә инде, ул төбәккә туристарҙы тағы ла күберәк йәлеп итеүгә тос өлөш индерәсәк.