“Иҫән-Тур” сәйәхәткә саҡыра05.06.2012
“Иҫән-Тур” сәйәхәткә саҡыраҺуңғы ваҡытта республикала туризмды үҫтереү буйынса аныҡ саралар күрелә. Баймаҡ районының йөҙөк ҡашына әүерелгән Талҡаҫ күле лә ошо йәһәттән урындағы ҡаҙнаға өлөш индерә ала. Таҙа һәм терегөмөштәй саф Талҡаҫ күле кемдәрҙе генә үҙенә йәлеп итмәй ҙә кемдәр генә йәй көндәрендә күлдә ял итергә хыялланмай?!

Сәйәхәтселәр өсөн Рәжәп Әүәлбай ойошторған “Иҫән-Тур” туристик компанияһы иң ҡулайлыһы булмаҡсы. Талҡаҫ күленә яҡын урынлашҡан ауыл өйө, мунса, хатта тирмә һәр кемдең күңеленә һәм зауығына хуш килер тигән өмөттә Рәжәп Оморҙаҡ улы. Яҡын арала булдыҡлы эшҡыуар, тағы ла ер алып, этнографик ауыл төҙөргә хыяллана.
— Һәр кем ҡала тормошондағы ығы-зығынан арынып, тәбиғәт менән яҡындан аралашыу өсөн күңеле менән ял итергә килә, — ти әңгәмәсем. — Шуға күрә уның ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерерлек шарттар тыуҙырыу мөһим. Талҡаҫта һыу инеп, халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарынан ауыҙ итеп, шифалы ҡымыҙын тәмләп, буҙаһын эсеп, ауыл йортонда иртәнге тынлыҡҡа кинәнеп, киске һиллекте тойоп, ял итәсәк халыҡ.
Рәжәп Әүәлбайҙың теләктәре изге: Көньяҡ Уралда туризмды үҫтереү программаһы ҡабул ителеүе уны тағы ла дәртләндереп ебәрҙе.
К. ИШБУЛДИНА.


Вернуться назад