Шорт-трек буйынса алты тапҡыр Олимпия чемпионы Виктор Ан көҙ көнө спорттан китеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Ошо көндәрҙә 33 йәшлек егет ҡабаттан Рәсәй йыйылма командаһына ҡайтып, һөҙөмтәлә 2022 йылда Пекинда үтәсәк олимпиадаға эләгергә теләүен белдерҙе.
Виктор Ан 2006 йылда Көньяҡ Корея өсөн сығыш яһап, өс алтын миҙал яулай. Ярыштарҙа ҡаты яраланған егетте артабанғы бәйгеләргә сығарыуға тыялар. Һөҙөмтәлә Виктор Рәсәй гражданлығы алып, 2014 йылда Сочила үткән Олимпиадала өс тапҡыр чемпион булды.
"Мин турнирҙарҙа ныҡлап шөғөлләнәсәкмен һәм Рәсәй йыйылма командаһына үтәсәкмен. Рәсәй – минең ил", – ти спортсы.