Сибай ҡалаһының "Ирәндек" боҙ һарайында кескәйҙәрҙең бөтә донъяға билдәле хоккей командаһы ағзалары менән осрашыуы улар өсөн ғүмерлек иҫтәлек булып ҡалыр, моғайын.
– Беҙ, һирәк була торған ял көнөбөҙҙән файҙаланып, Сибай балаларының күңелен күтәрергә, хоккей уйынын популярлаштырырға ярҙам итергә килдек, – тине билдәле хоккейсылар Григорий Панин менән Владимир Жарков.