“Һуңғы император” Өфөгә килә!12.02.2019
17 февралдә Өфө ҡалаһында ҡатнаш алыш төрҙәре буйынса үҫмерҙәр араһында төбәк-ара чемпионат үтәсәк. Спорт ярышы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә арнала. Унда 150-нән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Турнирға киләсәк абруйлы ҡунаҡтар араһында Рәсәйҙең Ҡатнаш алыш сәнғәте союзының почетлы президенты һәм күҙәтеү советы рәйесе Федор Емельяненко, союздың президенты Радмир Ғабдуллин, еңел ауырлыҡ үлсәмендә ҡатнаш алыш төрҙәре спортсыһы, хәрби самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Венер Ғәлиев, республиканың ҡатнаш алыш сәнғәтенең попечителлек советы рәйесе, запастағы генерал-майор Денис Сибаев һәм Рәсәй Геройы Рафиҡ Ихсанов бар.

Ярыштар “Динамо” спорт комплексында иртәнге сәғәт 12-нән киске 7-гәсә барасаҡ. Инеү бушлай.




Вернуться назад