Бөгөн Өфөләге 96-сы лицейҙың боҙ майҙансығына килһәгеҙ, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы уйынсыларын тап итерһегеҙ. Унда “Беҙ бергә” тигән матчта профессионалдар мәктәп уҡыусылары менән көс һынаша.
Ҡағиҙәләр ябай, ә судьялар бөтөнләй булмаясаҡ. Тимәк, теләгән берәү кумирҙары менән бергә уйнай аласаҡ.
Былтыр бындай акция үткәйне инде. Ул саҡта боҙға юлаевсыларҙан Григорий Панин, Антон Бурдасов һәм башҡалар сыҡҡайны. Хатта баш тренер Эркка Вестерлунд та килгәйне.