Автограф алыу күңелле08.02.2019
Октябрьский ҡалаһына Рәсәй спорт көрәше федерацияһы делегацияһы эш сәфәре менән килде. Уның составында бик күптәр өсөн киң танылған, легендаға әүерелгән шәхестәрҙең булыуы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Спорт көрәше федерацияһы президенты, Олимпиада чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, СССР һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Михаил Мамиашвили етәкселегендә килгән ҡунаҡтарҙың төп маҡсаты – “Спорт көрәше – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә” проектын тормошҡа ашырыуҙа фекер уртаҡлашыу.

Был мөһим проектты үтәү өсөн ҡалалағы 3-сө гимназияны эксперименталь майҙансыҡҡа әүерелдереү планлаштырыла. Михаил Геразиевич көрәш өсөн залды ҡарап, йәш спортсылар менән әңгәмәләште. Балаларға бындай юғары дәрәжәле ҡунаҡ менән аралашыу бик оҡшаны, һорауҙар бирергә лә бер кем тартынманы. Автографтар алыу һәм күмәкләп фотоға төшөү – барыһы ла мауыҡтырғыс, иҫтәлекле булды.





Вернуться назад