Һынған саңғы менән еңгән...08.02.2019
Ул көндө Асҡын районының Асҡын ауылындағы “Йәшлек” паркы гөрләп торҙо. Район үҙәгендәге 2-се балалар баҡсаһының тәрбиәселәре, тәрбиәләнеүселәре һәм ата-әсәләр саңғыға баҫты.

Асҡын районы етәкселегенең маҡсаты – һау-сәләмәт тормошто пропагандалау, ялды файҙалы ойоштороу, өлкәндәр менән бәләкәстәр араһына спорт аша дуҫлыҡ күпере һалыу. Әйткәндәй, атай-әсәйҙәр араһында старт иғлан ителеп күпмелер ваҡыт үткәс, берәүҙең саңғыһы һына, эргәһендә барған ауылдашы оҙаҡ уйламай үҙенең саңғыһын уға сисеп бирә. Иң ҡыҙығы, саңғы алмаштырған ошо ағай, ә күпме ваҡыт уҙған, финиш һыҙығына беренсе булып барып еткән.


Вернуться назад