
Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында классик шахмат буйынса Әлшәй районында асыҡ чемпионат башланды.
Стартҡа Әлшәй, Шишмә, Өфө райондарының 20-нән ашыу иң көслө спортсы сыҡты. Тәүге тур көсөргәнешле үтте.
Еңеүселәрҙе бүләкләү дүрт номинацияла башҡарыла: ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, уҡыусылар һәм ветерандар. Ярыштарға 24 февралдә йомғаҡ яһаласаҡ.