“Мин хөрт әйбер тәҡдим итмәйем!”07.02.2019
Бөгөн Башҡортостан менән Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа республика етәксеһе Радий Хәбиров менән федерация президенты Михаил Мамиашвили ҡул ҡуйҙы.

Программаға ярашлы, ил мәктәптәрендә көрәш буйынса секциялар булдырыласаҡ. Был йәһәттән Башҡортостан пилот төбәк булып һайланды.

– Әлбиттә, көсләп тағыу булмаясаҡ, бында мәктәптәрҙең, ата-әсәләрҙең теләге иҫәпкә алып эшләнәсәк. Мин бит яҡшы әйбер тәҡдим итәм. Үҙем көрәш мөхитендә үҫтем, һәм әле лә ул тормошомда мөһим урынды биләй. Проект уңышлы булыр тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.




Вернуться назад