“Аҡбуҙат” елдәй елә!06.02.2019
Уҙған ялдарҙа Асҡар ауылында республиканың ауыл райондары командалары араһында хоккей буйынса XXVII Ауыл спорт уйындарының төбәк-ара этабы үтте.

Унда Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла төбәктәре вәкилдәре ҡатнашты. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең боҙ майҙансығында ике көн буйы барған көсөргәнешле ярышта хужаларҙың “Аҡбуҙат” командаһы еңеү яуланы. Икенсе урында – бөрйәндәр, өсөнсөлә – хәйбуллалар.
“Аҡбуҙат” алдағы ял көндәрендә Ауыл уйындарының ярымфиналында сығыш яһау хоҡуғын алды.




Вернуться назад