Өфөлә – Баймаҡ рухы05.02.2019
Һәр йәкшәмбе Өфөлә йәшәгән баймаҡтар волейбол уйнарға йыйыла. Айырыуса Төркмән, Байыш, Ярат, Йомаш, Яңғаҙы, Ҡарамалы ауылдары йәштәре әүҙем.

Үткән йәкшәмбелә Төркмән егеттәре I урын яуланы. Ҡатнашыусыларҙы Айгөл Иҙелбаева үҙе эшләгән тәмле буҙа менән һыйланы. Ярыш бик сәмле барҙы.

– Әлегә был ярыштар күнекмә рәүешендә үтә. 24 февралдә Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ауылдар араһында волейбол ярышы ойошторорға уйлайбыҙ, – ти башланғысты тормошҡа ашырыусыларҙың береһе Шайморат Тимербулатов.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика