Оло Әбештә спорт яратҡан, сәләмәт тормошто үҙ иткән халыҡ йәшәй. Йәй ҙә, ҡыш та гелән хәрәкәттә улар.Быйыл әбештәр йәнә бер матур сараға нигеҙ һалды: сноубордта Парапал тауын “яуланы”. Тәүге тапҡыр үткәрелгән сара “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” девизы аҫтында уҙҙы. “Парапалдан шыу йәки Сноуборд-шоу” тип аталды ул.
Тау һөҙәктәрҙән түгел, бейеклеге – 650 метр. Шуға күрә уны тик ҡыйыуҙар һәм етеҙҙәр генә яулай алды. Шундайҙарҙың береһе – 54 йәшлек Факил Әбделмәнов. Йәштәрҙән һис ҡалышманы ул.
Ярышта күрше Йәнтеш ауылы сноубордсылары Айбулат Иштанов, Таһир Исҡужин һәм Иҙел Кәримовтарҙың ҡатнашыуы әбештәрҙең сәмен арттырҙы. Шуға урындағы иң шәп һәм оҫта спортсы Фаяз Әбделмәновҡа тиңләшеүсе табылманы.
Тауҙан уҡтай атылғандарҙы ҡыҙыҡһынып күҙәткәндәрҙең күбеһе киләсәктә шыуырға өйрәнергә теләк белдерҙе. Тимәк, был ярыш дауам итәсәк!