Сибайҙың Балалар ижад йортонда, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, йөҙөү буйынса тренер Виктор Захаровтың яҡты иҫтәлегенә арнап, “Сәләмәт быуын” тип аталған асыҡ турнир үтте.Сара алдынан шәхестең тормошо һәм эшмәкәрлегенә бағышланған махсус стенд асылды.
Турнирҙа бәләкәй балаларҙан алып 72 йәшкә тиклемге өлкәндәргә тиклем 122 йөҙөүсе ҡатнашты. Күптәр ГТО нормативы буйынса үҙ көсөн дә һынап ҡараны.
Туғыҙ йәш категорияһы буйынса баһаланған ярышта еңеүселәргә бассейнға йөрөү өсөн сертификат, кубок һәм миҙалдар тапшырылды. Виктор Захаровтың тәрбиәләнеүселәре йәш быуынға ҡиммәтле тәжрибә һабаҡтары бирҙе.