Иң сәмлеләр ҡайҙа? "Йондоҙло"ла!05.02.2019
Йылайыр районы үҙәгендә күптән түгел асылған “Йондоҙло” физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорт ярыштары йыш үтә.

Яңыраҡ, мәҫәлән, мини-футбол турниры уҙҙы. Сара Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 30 йыл тулыуға ҡарата ойошторолоуы менән ҙур әһәмиәткә эйә.

Уйын ҡыҙыу барҙы. Командаларҙың көслө булыуы сәмде арттырҙы ғына. Һөҙөмтәлә Балалар-үҫмерҙәр мәктәбе тәрбиәләнеүселәрен берәү ҙә еңә алманы. Икенсе урында иһә – “Йондоҙло” физкультура-һауыҡтырыу комплексы командаһы, өсөнсөлә – Юлдыбай ауылы йәштәре.

Зөбәйер Мусин – “Иң яҡшы һаҡсы”, Искәндәр Исҡужин – “Иң яҡшы уйынсы” һәм Денис Суровцов “Иң яҡшы ҡапҡасы” номинацияларында еңеү яуланы.


Вернуться назад