Ғафури ерлегендә “Мәргән уҡсы” бәйгеһе дүртенсе тапҡыр үткәрелде. Бәйгелә Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Бөрйән, Учалы, Ишембай райондарынан өс тиҫтәнән ашыу уҡсы ҡатнашты. Уларҙың һәр береһенең кейемдәре лә үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге урындарҙы Динә Вәлиева (Учалы), Әлиә Ишморатова (Бөрйән), Нилә Исламова (Учалы) яулаһа, егеттәрҙән Салауат Юлбирҙин (Бөрйән), Сынбулат Юлбирҙин (Бөрйән), Юлай Ғәлиуллин (Өфө) иң мәргәне булып танылды.