Шевчук һәм Земфира – Башҡортостан бренды?01.02.2019
Шевчук һәм Земфира – Башҡортостан бренды?Төбәктәрҙе үҫтереү буйынса билдәле Мәскәү белгесе Сергей Капков республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса Өфөгә килде. Ҡала әүҙемселәре менән осрашыуҙа ул Башҡортостанға туристарҙы ылыҡтырыу ысулдарын һанап үтте.

Капков фекеренсә, Рудольф Нуриев, Юрий Шевчук, Земфира Рамаҙанова, шулай уҡ Сергей Довлатов кеүек билдәле яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен әүҙемерәк ҡулланырға кәрәк. “Уларҙың һәр ҡайһыһы – ниндәйҙер тәғәйен быуынға бәйле билдәле шәхестәр. Мәҫәлән, һеҙ Земфираны саҡырып, уға эксклюзив программа менән сығыш яһарға тәҡдим итә алаһығыҙ. Йырсыны тыңларға башҡа өлкәләрҙән йыйыласаҡтар”, – тине ул.

Шулай уҡ Сергей Капков башҡорт балын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы: “Балға айырым баҫым яһар инем. Мәҫәлән, Мәскәүҙә “Бәхетле” исемле билдәле татар сауҙа нөктәләре эшләп килә. Уларҙың кибеттәре туристарҙы үҙ өлкәләренә йәлеп итеү өҫтөндә бик ентекле эш алып бара.

Һөйләшегеҙ күршеләрегеҙ менән, кибеттәрендәге кәштәнән урын алығыҙ, балды ҡуйығыҙ. Мәскәүҙәр алдаҡсы бал менән туҡланғансы, ысынын һатып алһын”.


Башҡортостаныбыҙҙың хозур тәбиғәте лә баш ҡала белгесен битараф ҡалдырманы. Ул тәбиғәтебеҙҙе һынландырған баннерҙарҙы Мәскәү аэропорттарына элергә тәҡдим итте.




Вернуться назад