“Рингта ғына һуғышығыҙ”29.01.2019
“Рингта ғына һуғышығыҙ”Киләһе йылда Сибай ҡалаһының “Труд” стадионын төҙөкләндереү эше башланасаҡ. Унда футбол майҙансығы төҙөләсәк. Төҙөү-монтаж эштәре 64 миллион һум торасаҡ. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәре барышында быйылға әҙерлек эштәрен тулыһынса тамамларға ҡушты.

“Иң мөһиме – балаларға бында килеп етеү уңайлы булырға тейеш. Транспорт йөрөп торһон”, – тине Радий Фәрит улы.


Стадион структураһына ингән уҡыу-спорт комплексында төбәк етәксеһе йәш баскетболсылар һәм уларҙың тренеры менән аралашты. Тренерҙар уға балаларҙың баскетбол менән 6-7 йәштән үк шөғөлләнә башлауын әйтте.

Радий Хәбиров үҙенең дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре менән баскетболдың аналогы – рэгбол уйнауы тураһында әйтте. Шулай уҡ ул өҫтәл теннисы һәм бокс менән шөғөлләнгән йәш спортсылар менән дә осрашты.

“Иң мөһиме – балаларҙы боксҡа өйрәтеп кенә ҡалмағыҙ, ә үҙ оҫталыҡтарын тик рингта ғына файҙаланырға кәрәклеге тураһында ла аңлатығыҙ”, – тигән теләк белдерҙе Радий Хәбиров.





Вернуться назад