Спортҡа ярҙам28.01.2019
Башҡортостандың ун ҡала һәм районынан 58 спорт мәктәбе республика бюджетынан субсидия аласаҡ. Бындай ҡарар Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында ҡабул ителде.

“Республика бюджетынан бирелгән аҡсаға муниципаль райондар һәм ҡала округтары мәктәптәренә экипировка, инвентарь һәм спорттың 28 төп төрө буйынса 1177 спортсы өсөн махсус кейем алынасаҡ”, – тинеләр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.






Вернуться назад