Bellator гран-приһы финалында Американан Райан Бейдер яҡташыбыҙ Федор Емельяненконы еңде. Ул тәүге секундтарҙа уҡ алышты нокаут менән тамамлауға өлгәште.Шарттар буйынса, еңеүсе бер юлы ике билбау ала – ауырлыҡ үлсәүендә донъя чемпионы титулы һәм гран-при еңеүсеһе исеме.
Турнир алдынан үткәрелгән үлсәү сараһында Федор Емельяненконың – 107,1, Бейдерҙың 103,3 килограмм булыуы билдәләнгән. Социаль селтәрҙәрҙә яҡташыбыҙҙың еңелеү сәбәптәре буйынса ҡыҙыу фекер алышыуҙар бара.