«Бөрйән» туристик кластерын үҫтереү проектының бер өлөшө һаналған Иҫке Собханғол — Мораҡ юлының 11 саҡрымлыҡ өлөшөн төҙөкләндереү дауам итә. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, ҡышҡы миҙгелдә һалҡын температура ҡамасауламаған эштәр башҡарыла. Әле объектта тупраҡ түшәлә, ҡар ишелмәһенә ҡаршы саралар уҙғарыла — яҙғыһын таяуҙарҙы георәшәткәләр менән нығытыу күҙаллана.
Былтыр ноябрҙә подрядсы Кесе Эйек йылғаһы аша күпер менән Иҫке Собханғол — Мораҡ юлының ете саҡрымлыҡ участкаһын тапшырҙы. Республика ҡаҙнаһы ошо участканы төҙөкләндереүгә 235,5 миллион һум бүлде. Күпер төҙөлөшө 64,7 миллион һумға төштө.
Проетҡа ярашлы, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына ла юлды төҙөкләндереү ҡаралған.