Бөгөн “Красноусол” шифаханаһы алдындағы майҙансыҡтан ете һауа шарында ете команда күккә күтәрелде. Йәмғеһе 17 кеше. “Самрау” һауала осоу фестивале шулай башланды.
Санкт-Петербург, Переславль-Залесский, Түбәнге Новгород, Екатеринбург, Көнгөр, Йошкар-Ола һәм Өфө вәкилдәре ошо рәүешле Урал тауы һыртын аша сыҡмаҡсы. Юл Туҡан, Үҙән, Мөхәмәт ауылдары, Ҡыраҡа һырты өҫтөнән уҙасаҡ.