Ошо көндәрҙә Ҡазанда тхэквондо буйынса Татарстан Республикаһы беренселеге һәм чемпионаты тамамланды. Бәйге 11-13 йәшлек балалар, 14-15 һәм 16-17 йәшлек үҫмерҙәр, 18-39 йәшлек өлкәндәр араһында үткәрелде.
Йәрмәкәй районының Исламбаҡты ауылындағы “Альфа-Чируги” спорт клубы тәрбиәләнеүселәре ярыштарҙа ҡатнашты һәм бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште: туғыҙ кеше 11 миҙал алып ҡайтты. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өс беренсе, алты икенсе һәм ике өсөнсө урын яуланы! Чемпион исемдәренә Диана Макарова, Дмитрий Анисимов һәм Радмила Ғимаева лайыҡ булды.