Салауат районының Малаяҙ ауылы егете Илмир Арыҫланов “Мистер БДМУ” конкурсында еңеп, сит илгә юллама менән бүләкләнгән.
Ул Башҡорт дәүләт медицина университетының Педиатрия факультетында, өсөнсө курста уҡый. Әле Өфөлә йәшәгән егет уңышлы белем алып ҡына ҡалмай, спорт менән дә бик әүҙем шөғөлләнә. Футбол менән мауыға, “Өфө” футбол клубының юниорҙар йыйылма командаһы составында Рәсәй һәм Европа ярыштарында ҡатнашҡан. Егеттең төрлө чемпионаттарҙа яуланған 40-тан ашыу кубогы һәм миҙалы бар. Шуға күрә Гран-приҙан тыш, Илмирҙың “Мистер – спорт юғарылыҡтарын алыусы” титулын яулауы бер кемде лә аптыратманы.
Әйткәндәй, был бәйгелә икенсе урынды Һиндостан егете Панкадж алған.
Илмир бәйгелә еңеүе өсөн Ҡытайға юллама менән бүләкләнгән. Егет унда бер юлы уҡыу практикаһын да үтәсәк.