Әбйәлил районында матур йолаға әйләнгән “Сәләмәт ауыл” акцияһына туйыштар ҙа ихлас ҡушылды. Ҡыҙыл йылғаһы боҙонда урамдар араһында ойошторолған хоккей ярышы ҡыҙыу барҙы.Бына боҙҙа – Ҡараташ, Яр буйы, Тау һәм Үҙәк урамдары хоккейсылары. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары, ағинәйҙәре ҡуйған самауырҙа борҡолдап сәй ҡайнай, тәмле бөйөрөк-йыуаса еҫе таралған...
Уйында беренсе урынға Яр буйы командаһы сыҡһа, икенселектә – Үҙәк урамдың ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары. Өсөнсө баҫҡысты иһә Ҡараташ ир-егеттәре һәм Тау ҡатын-ҡыҙҙары бүлеште.
Әйткәндәй, туйыштар сәләмәт тормошто пропагандалап, спортты үҙ итеүен генә күрһәтеп ҡалманы, ә ауыл халҡының элек-электән хоккей уйнау йәһәтенән районда киң билдәле булыуын йәнә бер ҡат раҫланы.
Сараны ойоштороуға ағинәйҙәр ҡоро, (етәксеһе – Рәүзәнә Исламова), ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары (етәкселәре – Ғәйәр Вәлиев менән Нилиә Шаһыбалова) ҙур тырышлыҡ һалған.