Бөгөн А.В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” клубы йәш хоккейсыларының республика финал ярыштарын асыу тантанаһы Әлшәй районының Раевка балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә уҙҙы.
Ярыштың тәүге көнө бик көсөргәнешле булмаҡсы. Боҙға беренсе булып Бишбүләк районы һәм Өфө ҡалаһының тәүәккәл спортсылары сыҡты. Бөгөн тамашасылар бөтәһе ете уйынды күҙәтеп, еңеү һәм еңелеү тойғоларын кисерәсәк. Йәш спортсыларға ҡыйыулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!