“Башҡортостандың йөҙ исеме” проекты сиктәрендә төшөрөлгән “Беренсе чемпион Ғабдрахман Ҡадиров” тип аталған фильмдың премьераһы көтөлә. Уны 29 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында ҡарарға мөмкин. 2016 йылда «Башҡортостан» киностудияһында режиссер Радик Килмәмәтов төшөргән ҡыҫҡа метражлы фильм билдәле совет мотоуҙышсыһына арналған.
Кисәлә сәхнә йондоҙҙары — күренекле спортсының ҡатыны Нәзифә Ҡадирова, уның дуҫтары, йырсылар Иҙрис Ғәзиев, Геннадий Родионов, Александр Лынник, Рәмил Бәҙәмшин сығыш яһай, уҡыусылары һәм Ғ. Ҡадиров исемендәге клуб ағзалары килә. Махсус ҡунаҡ — боҙҙа мотоуҙыш буйынса күп тапҡыр Рәсәй һәм донъя чемпионы Николай Красников.
Бынан тыш фойела спортсының мотоциклынан һәм уның шәхси архивындағы фотоларҙан торған үҙенсәлекле күргәҙмә менән танышырға була.
Ғабдрахман Ҡадиров — СССР-ҙа боҙҙа мотоуҙыш буйынса берҙән-бер алты тапҡыр донъя чемпионы, Европа чемпионы, команда ярыштарында өс тапҡыр СССР чемпионы. Ун йылдан ашыу СССР йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай, һуңынан унда өлкән тренер булып эшләй, Өфөнөң «Башҡортостан» командаһы менән күнекмәләр үткәрә. 1993 йылдан алып Өфөлә Ғабдрахман Ҡадиров иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй ярыштары уҙғарыла.