19 ғинуарҙа ҡаһарман осоусы, республикабыҙҙа башлап осоусылар мәктәбен ойошторған яҡташыбыҙ Ғәли Ишмырҙин призына көрәш буйынса “Мең ырыуының йәш батыры” төбәк турниры үтә.
Йәш көрәшселәрҙе Ауырғазы районының Мораҙым ауылында йыялар.
– Турнирға башлыса Ауырғазы, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө, Шишмә һәм Әлшәй райондары спортсылары саҡырылды. Сараның маҡсаты – йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа, спортҡа ылыҡтырыу, шул иҫәптән тамырҙарына, тарихына һөйөү уятыу, – ти Мең ырыуының ҡор башы Әхнәф Тимербулатов.
Әйткәндәй, Ғәли Ишмырҙин хаҡында милләттәштәребеҙ бик аҙ белә. Уны хатта онотолоуға дусар ителгән шәхес тип атарға була. Заманында “Күк йөҙө аллаһы” тип йөрөтһәләр ҙә, шәхес тураһында архивтарҙа документтар һаҡланмаған тиерлек. Әммә ихлас дуҫтары беренсе совет летчигы Ғәли Мөхәмәтйән улы Ишмырҙиндың яҡты хәтерен тергеҙә. Ғәли Ишмырҙин тәрбиәләп үҫтергән летчиктарҙың 24-е — Советтар Союзы Геройы, ә Муса Гәрәев хатта — ике тапҡыр Герой!