“Салауат Юлаев” командаһы миллионлаған көйәрмәндәрен ҡыуандыра алмаған мәлдә, Нефтекаманың “Торос”ы тәүге тапҡыр юғары лига чемпионы булыуы барыбыҙ өсөн дә оло байрамға әүерелде. Ошо айҡанлы Президент Рөстәм Хәмитов “Торос”тың бер төркөм спортсылары менән осрашты.
Республика башлығы, хоккейсыларҙы ҡотлап, һоҡланыуын белдерҙе, уларҙың был еңеүе хоккей тарихында яңы бит асыуы хаҡында һөйләне.
– Һеҙҙең барлыҡ финал уйындарын ҡарап барҙым һәм, ысынлап әйтәм, ныҡ борсолдом. Әммә һеҙ баштан уҡ ышаныслы уйнанығыҙ, шуға ла чемпион булыуығыҙға
шикләнмәнем. Йәнә бер тапҡыр билдәләйем: был — команданың, көйәрмәндәрҙең, бөтә республика халҡының байрамы. Һеҙ Кубокты күккә сөйгән ваҡытта шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Ихтыяр көсө, ныҡлыҡ күрһәттегеҙ. Күптәр башҡалар еңер тип өмөтләнде, берәүҙәр – донбасстар, икенселәр төмәндәрҙе Кубок эйәһе итеп күрергә теләне. Әммә турнирҙа һеҙ кемдең кем икәнлеген яҡшы күрһәттегеҙ, – тине ул.
Рөстәм Хәмитов бер төркөм спортсыларға бүләктәр тапшырҙы. Һаҡсы Артем Зубарев “Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе менән бүләкләнде. Сергей Карпов, Анатолий Степанов республиканың Почет грамотаһына лайыҡ булды. Ә команданың баш менеджеры Дмитрий Денисов Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре булып танылды. Баш тренер Руслан Сөләймәнов, өлкән тренер Альфред Юнысовҡа Рәхмәт хаты бирелде.
Боҙ батырҙары республика етәксеһенә ихтирамы һәм иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.
И. ХАҠОВ.