Мәскәү өлкәһенең Щелково ҡалаһында уҙған “Мини-футбол — мәктәпкә” дөйөм Рәсәй проекты финалында тренер Винарис Минһажевтың республикаға билдәле “Меридинки” ҡыҙҙар командаһы чемпион булды.
Команда бынан биш йыл элек туплана. Винарис Ғәлимулла улының һәм уҡыусыларҙың тырышлығы, ныҡышмалылығы менән улар төрлө кимәлдәге еңеүгә өлгәшә. Өс йыл рәттән “Меридинки”лар төбәк-ара ярышта чемпион булып, Мәскәүҙә финалда ҡатнашыу хоҡуғын алды. Былтырғы уйында уларға призлы урынға етергә бер аҙым ғына ҡалғайны. Тренер һәм уның футболсылары бының менән генә сикләнмәне. Йыл буйына яҡшы күнекмә үтеп, март айында Пенза ҡалаһында уҙған Волга буйы федераль округы чемпионатында еңеп, йәнә Мәскәү тарафтарына юлланды... Малаяҙ башҡорт гимназияһында уҡыусы “Меридинки” командаһы ағзалары — капитан Диана Кәримова, ҡапҡасы Лилиә Ғарипова, уйынсылар Ләйсән Хәйретдинова, Элина Сафина, Дарина Ғәйнуллина, Юлиә Ғәйнетдинова, Зәлиә Ғәзимова һәм Әлфиә Ғәзимуллина — дәғүәселәрен тик ҡоро иҫәп менән еңде. Улар үҙ төркөмөндә Мәскәүҙең 281-се мәктәбе командаһын — 11:0, Мәскәү өлкәһе Дрезнен мәктәбе уҡыусыларын — 8:0, Омск өлкәһе Муром ҡасабаһы уйынсыларын 4:0 менән отһа, һуңғы алышта Коми Республикаһының Сосногорск һәм Свердловск өлкәһенең Талица ҡалаһы командаларын 3:0 иҫәбе менән ҡыйратты. Һөҙөмтәлә “Меридинки”лар I урынға сығып, турнирҙың төп кубогына лайыҡ булды. Лилиә Ғарипова иһә, “Иң яҡшы ҡапҡасы” булып танылып, айырым приз менән бүләкләнде. Шуны әйтергә кәрәк: “Меридинки”ларҙың был уңышы районды, республиканы ғына түгел, ә тотош Волга буйы федераль округын данланы. Уларға артабан да яңынан-яңы үрҙәр теләйек!
А. НОҒОМАНОВ.
Салауат районы.