“Ул дөрөҫ урында төҙөлөргә тейеш. Заманса объект булыуы мөһим. Өҙлөкһөҙ эшләргә тейеш. Балалар унда иртәнге һигеҙҙән инерлек, өлкәндәр төнөн сығырлыҡ булһын. Беҙ Мәскәү өлкәһендә ҡараңғы төшкәнсе уйнай торғайныҡ...”
Шулай тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың баш ҡалаһында футбол стадионы төҙөүгә бәйле. Ул бөгөн “Өфө” футбол клубы етәкселеге, тренерҙар штабы һәм уйынсылары менән осрашты.
“Стадион кәрәк. Уны төҙөү идеяһы һүнмәне”, – тине Радий Фәрит улы һәм яңы объект буйынса һорауҙар барлығын, уларҙы эш режимында тикшереү кәрәклеген белдерҙе. Төбәк етәксеһе шулай уҡ күмәк спортты үҫтереү мөһимлеген билдәләне, футболсыларға йәштәр менән күберәк осрашырға, мәктәптәргә йөрөргә, балалар ярыштарында ҡатнашырға кәңәш бирҙе.
– Аҙ ғына ваҡыт эсендә һеҙ етди уңыштарға өлгәштегеҙ һәм Башҡортостан халҡына ҙур футбол ваҡиғаларында ҡатнашыу мөмкинлеге бирҙегеҙ, – тине “Өфө” клубы вәкилдәренә Радий Хәбиров. – Мин үҙем дә футбол уйнарға яратам, уның өсөн янып-көйәм. Барыбыҙ исеменән дә ҙур рәхмәт һеҙгә!