Йәштәребеҙ көслө – илебеҙ бәҫле12.01.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала грек-рим көрәше буйынса үҫмерҙәр беренселегендә еңгәндәрҙе бүләкләне.

Төбәк етәксеһе спортсыларҙы уңышлы сығыштары менән ҡотланы, 65 килограмм ауырлыҡ категорияһында еңгәндәргә һәм призерҙарға миҙалдар тапшырҙы. “Алтын”ға “Гастелло” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе Данил Назаров лайыҡ булды. Ул, әйткәндәй, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Европа беренселеге еңеүсеһе. Икенсе урында иһә – Эрик Шамилов, өсөнсөлә – Зәүрә Самедова менән Әҙилә Шәйхивәлиева.

Был турнирҙа 150 самаһы спортсы ҡатнашты. Һөҙөмтә буйынса йыйылма команда төҙөлөп, ул Волга буйы федераль округы беренселегендә (ул 29 ғинуарҙан 2 февралгә тиклем Пермь ҡалаһында уҙғарыла) республика данын яҡлаясаҡ.


Вернуться назад