Башҡортостанда яңы туристик йүнәлештәр асылды. Уралтау итәктәре буйлап ат һәм саңғы турҙары бик мауыҡтырғыс булмаҡсы.
Был эшкә урындағы ауылдар халҡы ла әүҙем ҡушыла. Улар үҙенсәлекле тәбиғәт объекттарына экскурсия ойоштороу менән бергә боронғо халыҡ кәсептәре менән аҡса ла эшләй. Туристарҙың ҡайһылары санала, ҡайһы берҙәре һыбай сәйәхәт итә.
Туристик маршруттар “Янғантау” геопаркы базаһында барлыҡҡа килде. Ул – Рәсәйҙәге оҙаҡламай ЮНЕСКО статусы биреләсәк берҙән-бер тәбиғәт ҡомартҡыһы.