Ҡышын да һыуҙа рәхәтләнеп йөҙгәндәрен күргәнегеҙ бармы?! Ә бына Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, һәр кем һыуҙа сумып, балыҡтай йөҙә ала.
“Спорт һәм һаулыҡ” декадаһы сиктәрендәге йөҙөү турнирына ҡалала йәшәүселәр генә түгел, ауылдарҙан да килделәр. Ир-аттың күп булыуын иҫәпкә алып, ярышты ойоштороусылар 40 йәшкә тиклемгеләргә һәм унан да өлкәнерәктәргә айырым урындар билдәләне. Ҡатын- ҡыҙҙар араһында беренселекте Камила Мөхәмәҙина яуланы, икенсе- өсөнсө урындарҙы Әминә Мөхәмәҙина менән Руфина Пинашина уртаҡлашты. Ир-ат араһында беренсе урынды Динар менән Илгиз Юнысбаевтар яуланы.
Һыуҙа сумып, рәхәтләнеп йөҙөүселәр өсөн аҡсаңды сит илгә барыу өсөн тотонорға ла кәрәкмәй, ана, теләйһең икән, үҙебеҙҙә лә сәләмәтлегеңде нығыта, рәхәтләнеп йөҙә алаһың.